Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
2018- Ғаилә йылы
14 Декабрь 2018, 18:49

Бер кеше эсһә, биш кешегә ярҙам кәрәк

Ҡала хакимиәтендә Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы инициативаһы менән насар ғәҙәттәре булғандарҙы ошо ҡылығынан йолоп алыу һәм уға ғына түгел, эскесе, наркомандарҙың ғаиләһенә лә ярҙам итеү буйынса фекер алышыу үтте.

Осрашыуҙа БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова, Антонина Усевич рәйеслегендәге Стәрлетамаҡ ҡатын-ҡыҙҙар советы вәкилдәре, шулай уҡ йәмәғәтселек хәрәкәте, республиканың наркология диспансеры, ҡала мәғариф һәм йәштәр сәйәсәте бүлектәре вәкилдәре, дини әһелдәр ҡатнашты.
“Ҡатын-ҡыҙҙар советы алкоголһеҙ ғаилә өсөн” программаһы нигеҙендә эшләп килә. Ул РФ Президенты гранттары фондынан яҡлау алған.
Проект сиктәрендә төрлө саралар ойошторола, “һаҙлыҡҡа” батыусылар менән генә түгел, уларҙың яҡындары менән дә әүҙем эш алып барыла, сөнки эскесе йәки наркоман яҡындарын да яфалай бит. Проект авторҙарының береһе Ольга Левина билдәләүенсә, бер эскесенең эргәһендәге кәм тигәндә 5 кешегә ярҙам талап ителә. Шуға бында табиптар тураһында ғына һүҙ алып барыу аҙ, психолог та, педагог та, башҡа белгестәр ҙә мөһим.
– Был эштә Стәрлетамаҡтың ҡатын-ҡыҙҙар советы беҙгә ҙур таяныс булып тора, бында инициативалы, битараф булмаған ҡатын-ҡыҙҙар күп, шуға күрә проектты тормошҡа ашырыуҙа беҙ һеҙҙең ярҙамға өмөт итәбеҙ, – тип билдәләп үтте Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы.
Әммә, әйтергә кәрәк, ҡалала эскеселәр һәм наркомандар менән гү-зәл заттар ғына шөғөлләнмәй. Аноним алкоголиктар һәм аноним наркомандар йәмәғәтселек ойошмалары эшләй. Улар бер кемгә лә медицина ярҙамы күрһәтмәй, бары тик ошо бәләләрҙән ҡотолоусыларҙың тәжрибәһе менән уртаҡлаша һәм ундайҙарға социаль адаптация йәһәтенән генә булышлыҡ итәләр. Тик ниндәй ойошма йәки проект нигеҙендә ярҙам күрһәтелеүгә ҡарамаҫтан, эштең һөҙөмтәһе булыу ҡиммәт, әлбиттә.
Р. ҒАЯЗОВА.
Читайте нас: