Ғаилә – тормошобоҙҙоң нигеҙе, дәүләттең киләсәге лә. Матур ғаилә ҡороп, бер-береңде хөрмәтләп, бер-береңә ярҙамлашып йәшәү – һәр беребеҙҙең изге бурысы. Татыу ғаиләләрҙә генә тырыш, уңған, тәүфиҡлы, аҡыллы балалар үҫә. Ҡалабыҙҙың 62-се балалар баҡсаһында ла был темаға битараф ҡалманылар. Ғаилә йылының һы-наулы ғына ҡалған көндәрендә музыка етәксеһе Зилиә Насирова әҙерләгән сценарий буйынса байрам кисәһенә балалар баҡсаһы тормошонда әүҙем ҡатнашыусы, аҡыллы, тәртипле балалар үҫтереүсе биш ғаилә ҡунаҡҡа саҡырылды.
«Минең ғаиләм – минең ҡәлғәм» тип аталған был байрамды алып барыусылар бик матур итеп башлап ебәрҙе. Татыу ғаиләнең дәүләт тотҡаһы булыуы хаҡында һөйләп үтте, ә һуңынан байрамда ҡатнашыусы ғаиләләргә һүҙ бирелде.
Ике уңған, аҡыллы ҡыҙ үҫтереүсе Әсфиәндиәровтар ғаиләһе, мәҫәлән – бик татыу ғаилә, олатай-өләсәйҙәрен ихтирам итеп, хөрмәт күрһәтеп йәшәүҙәре, ҡыҙҙарының башҡорт, урыҫ телендә саф, ихлас һөйләшеүҙәре генә түгел, ә инглиз телен дә үҙ итеүҙәрен һөйләп, шатлыҡтары менән уртаҡлаштылар.
Ә инде ике милләт кешеләре Ольга менән Руслан Ғәлекәевтар, яратышып ғаилә ҡорғандан һуң, ҡыйыу, сая ул һәм матур ҡыҙ үҫтереп, бер-береһен аңлап, дуҫ йәшәүҙәренең сере менән уртаҡлашты. Балаларының ҙур теләк менән йөрөгән бейеү түңәрәгенән “күстәнәс” тә алып килгәндәр ине, ағалы-һеңлеле бәләкәй Ғәлекәевтарға оҙаҡ алҡышланылар.
Һүҙ артабан Ғәлиевтар ғаиләһенә бирелде. Ғаилә башлығы үҙҙәренең бик егәрле, уңған булғандары хаҡында һөйләп китте. Ни тотһа ла, ҡулында уйнап торған, бар эшкә лә тоғро ҡараған Мәжит ағай, ҡул эштәренә оҫта булған ике ҡыҙы менән ғорурланыуын барыһына ла еткерҙе. Хужабикәнең моңло тауышы менән залдағыларға йыр бүләк итеүе байрамға тағы ла йәм өҫтәне.
Ә Зөбәйеровтар ғаилә менән һүрәт төшөрөргә ярата икән. Ике генә йәшлек Ралинаның апаһы Камилла менән ата-әсәләренән үрнәк алып, киләсәктә рәссам булып китеүҙәренә залда ултырыусыларҙың шиге ҡалманы.
Байрам аҙағында ике шуҡ, шаян малайҙар үҫтереүсе Нәсифуллиндарға һүҙ бирелде. Улар үҙҙәренең уңған ғаиләһе менән таныштырып, бар булған ғаиләләргә татыулыҡ, тыныслыҡ теләп, тамашасыларға, килгән ҡунаҡтарға йыр бүләк итте.
Шулай шаулап-гөрләп үтте байрам. Барыһы ла яҡшы тәьҫораттар алып таралышты, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға йәнә бер аҙым яһалды.
З. КАМАЛОВА, З. ВӘЛИЕВА, З. НАСИРОВА,
62-се балалар баҡсаһы тәрбиәселәре.