Бөтә яңылыҡтар
2018- Ғаилә йылы
1 Ғинуар 2021, 02:00

Ысын артистар кеүек улар

Балалар баҡсаларында йәй айҙарында күптәр каникулға китеүгә ҡарамаҫтан, ҡыҙыҡлы саралар үтеп тора. Мәҫәлән, Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияға ҡараған “Алтынай” балалар баҡсаһында “Минең ғаиләм” исемле тематик аҙна ойошторолдо.

Сараның финалы булып үткәрелгән “Минең ғаиләм – минең терәгем” тигән байрам кескәйҙәргә бигерәк тә мауыҡтырғыс ине. Балалар үҙҙәрен ысын актерҙар кеүек хис итте. Улар һәр образды килештереп, сығыштарында үҙҙәрен сәхнә оҫтаһы итеп танытты. Уйындарҙы дәртле бейеүҙәр, йырҙар оҙата барҙы. Ҡыҙҙар-малайҙар музыкаль ҡоралдарҙа уйнап, дуҫтарын да, тәрбиәселәрҙе лә хайран ҡалдырҙы.
Артабан да мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәргә атай-олатайҙарыбыҙҙың мираҫын һаҡларға әйҙәүсе, телебеҙҙе һәм илебеҙҙе яҡларлыҡ эштәр башҡарылһа, ҙур ғәмәлдәр бойомға ашыр, әлбиттә.
Читайте нас