Ашҡаҙар
+3 °С
Облачно

Белорустар менән хеҙмәттәшлек ептәре булдырылды

Стәрлетамаҡта Барановичи ҡалаһынан (Беларусь Республикаһы) рәсми делегация килде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Белорустар менән хеҙмәттәшлек ептәре булдырылдыБелорустар менән хеҙмәттәшлек ептәре булдырылды
Белорустар менән хеҙмәттәшлек ептәре булдырылды

Делегация составына Барановичи ҡала башҡарма комитеты рәйесе Максим Анатольевич Антонюк, уның беренсе урынбаҫары Элла Евгеньевна Сташенко, «Баранович автоагрегат заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры Виталий Александрович Юркевич, «Торгмаш» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры Николай Васильевич Козарез һәм «Доманов производство-сауҙа комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры Владимир Михайлович Бурдь инә.

 Хакимиәт башлығы Эмиль Владиславович Шәймәрҙәнов һәм уның урынбаҫарҙары ҡунаҡтарҙы Стәрлетамаҡ менән таныштырҙы, хакимиәттең эше һәм структураһы тураһында һөйләне, ҡала идаралығы тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Шулай уҡ сәфәр сиктәрендә ҡунаҡтар   ҡаланың алдынғы сәнәғәт предприятиеларында булды: «Башҡортостан сода компанияһы», «Стәрлетамаҡ механика заводы», «Вагондар ремонтлау заводы», «Станкостроение» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы уларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

 - Барановичтарҙың Һәм Стәрлетамаҡтың уртаҡлыҡтары күп-шул иҫәптән сәнәғәт профиле лә оҡшаш. Белоруссия предприятиелары Башҡортостандың бер нисә предприятиеһы менән хеҙмәттәшлек итә. Визит яңы берлектәге проекттар һәм ҡалаларыбыҙ араһында эшлекле бәйләнештәрҙе нығытыу өсөн яҡшы нигеҙ булыр, тип ышанам, - тине Эмиль Владиславович.

Р.ҒӘЛИМОВА.

Фотолар ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте бүлегенән алынды.

 

 

Белорустар менән хеҙмәттәшлек ептәре булдырылды
Белорустар менән хеҙмәттәшлек ептәре булдырылды
Белорустар менән хеҙмәттәшлек ептәре булдырылды
Белорустар менән хеҙмәттәшлек ептәре булдырылды
Белорустар менән хеҙмәттәшлек ептәре булдырылды
Белорустар менән хеҙмәттәшлек ептәре булдырылды
Автор:Римма Галимова
Читайте нас