Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
27 Февраль 2023, 16:15

ИҒТИБАРҘА – ЯУГИРҘАРЫБЫҘ ҺӘМ УЛАРҘЫҢ ҒАИЛӘЛӘРЕ

Республикала беренсе ярҙам итеү үҙәге асылды

Ҡалабыҙҙа, республикала беренселәрҙән булып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәге асылды. Үҙәкте тантаналы асыу сараһында ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, БР хәрби комиссары  Михаил Блажевич, шулай уҡ ҡала предприятиелары һәм ойошмалары етәкселәре ҡатнашты.

Был үҙәкте булдырыу тураһында үткән йылдың ноябрь айында уҙғарылған ҡала предприятиеларының Директорҙар советында хәл ителгәйне инде. Ҡалала бындай берҙәм үҙәк булдырыу идеяһын Директорҙар советы рәйесе, Башҡорт сода компанияһы генераль директоры Эдуард Давыдов күтәреп сыҡҡайны. Әйткәндәй, ҡала шулай уҡ яугирҙарыбыҙға гуманитар ярҙам ебәреү буйынса ла ҙур эштәр атҡара.

– Был үҙәккә ярҙамға мохтаждар ғына түгел, ә  ярҙам итергә теләүселәр ҙә мөрәжәғәт итә ала. Асылғандан алып элеге эш системалаштырыласаҡ. Бында төрлө ярҙам итеү көтөлә: ирекмәнлек, кәңәш-консультация, юридик һәм психологик ярҙамға өмөт итергә мөмкин, шулай уҡ күп мәсьәләләрҙең хәл ителеренә лә ышанам, – тип билдәләп үтте Рөстәм Фәрит улы.

Ленара Иванова Стәрлетамаҡ тәжрибәһен башҡа  муниципалитеттарҙа ла ҡулланасаҡтарын һыҙыҡ өҫстөнә алды. Республика буйынса тағы 60 тирәһе бындай үҙәктәр булдырылыуы көтөлә. Ә Михаил Блажевич ҡала етәкселегенә һәм Стәрлетамаҡ предприятиеларына бөгөнгө көндә шундай көнүҙәк булған мәсьәләне оператив рәүештә хәл итеп, бик мөһим булған ярҙам итеү үҙәге булдырғандары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм Евгения Долгих етәкселегендәге үҙәк эшенә  уңыштар теләне.

Әйткәндәй, Башҡортостанда ошондай үҙәктәр асыласаҡ әле. Ошо айҡанлы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Республика хөкүмәтенә һәм муниципалитет башлыҡтарына тиҙ-арала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн үҙәктәр асыу тураһында күрһәтмә бирҙе. Өфө, Нефтекама һәм Сибай ҡалаларында оҙаҡламай асыласаҡ. “Өфөлә урын табығыҙ, “Берҙәм Рәсәй” башҡарма комитетында ла мөмкин. Минең унда бүлмәм бар, мин уны бушатырға әҙермен, – тине ул. – Нефтекама һәм Сибайҙа ла урын эҙләгеҙ. Ике аҙна эсендә яуап көтәм. 1 апрелгә һөҙөмтә булырға тейеш. Әле ошо өс ҡалала башҡарығыҙ, ҡалғандарын аҙаҡ хәл итербеҙ”, – тине Радий Фәрит улы үҙенең сираттағы оператив кәңәшмәһендә.

Үҙәк асыу йәһәтенән Стәрлетамаҡ ҡалаһы – авангард булыуы, һисшикһеҙ, ҡала хакимиәт башлығы Рөстәм Ғәзизовтың, Директорҙар советы рәйесе Эдуард Давыдовтың аҡыллы сәйәсәте һөҙөмтәһе.

Ярҙам итеү үҙәге Стәрлетамаҡ ҡалаһының Хоҙайбирҙин урамында, 122-се йортта урынлашҡан. Үҙәк иртәнге сәғәт 10-дан киске 8-гә тиклем эшләй. Шәмбе көндө сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем килергә мөмкин, йәкшәмбе – ял көнө. Белешмә өсөн телефон: 8(929)-75-74-892.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Сергей КРАМСКОВ фотоһы.

ИҒТИБАРҘА – ЯУГИРҘАРЫБЫҘ ҺӘМ УЛАРҘЫҢ ҒАИЛӘЛӘРЕ
ИҒТИБАРҘА – ЯУГИРҘАРЫБЫҘ ҺӘМ УЛАРҘЫҢ ҒАИЛӘЛӘРЕ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: