Комиссияға барлығы 10 ятаҡта булырға тура килде. Һәр ятаҡта бүлмәләрҙең, кухня, душ, бәҙрәфтәрҙең торошонан тыш, янғын һәм видеокүҙәтеү системалары ла тикшерелде. Шулай уҡ студенттарҙың уҡыу,спорт, көнкүреш шарттары ла ҡыҙыҡһындырҙы. Бигерәк тә студенттар менән үткәрелгән тәрбиәүи сараларға иғтибар ителде.
Жюри составына ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте бүлеге, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, полиция, “Роспотребнадзор” хеҙмәткәрҙәре, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссиялар, профсоюз һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре инде. Әлбиттә, комиссия етешһеҙлектәрҙе асыҡлау маҡсатында эш итһә лә, был маҡсат кемделер шелтәләү йәһәтенән түгел, ә йәштәребеҙ йәшәгән ятаҡтарға ниндәй ярҙам кәрәклеген асыҡлауға ҡоролғайны.
Бар ятаҡтарҙа ла таҙалыҡ ялт итеп торһа ла, ҡайһы бер ятаҡтарҙың бигерәк иҫке булыуы, гигиена шарттарының да совет заманынан ҡалған булыуы кәйефте бер аҙ ҡырҙы. Ә инде Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы һәм Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжындағы шарттар заманға яуап биреүҙәре менән айырылып тора ине. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ физкультура, идара итеү һәм сервис колледжы менән Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледж ятаҡтары ла матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ятаҡтарҙа тәрбиәүи сараларҙың да юғары кимәлдә булыуы күҙгә ташланды. Был йәһәттән Стәрлетамаҡ медицина колледжын да өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Уларҙа күргәҙмә материалдар бихисап.
Төптән уйлағанда, конкурстар сәм өҫтәй бит инде. Әлеге сарала еңелеүсе булмаҫ ул. Уңышлы уҡыу йорттарының алға киткән дөйөм ятаҡтарынан айырмалы булараҡ, мохтажлыҡтарына ҡарап, уларҙың ихтыяждарына яуап биргән бүләктәр ҙә көтә конкурс ярыштарында ҡатнашҡан студенттар йәшәгән ятаҡтарҙың ҡайһы берҙәрен. «Беҙ һеҙгә ярҙам итергә әҙер», - ти сараны ойоштороусылар. Киләсәктә лә бындай саралар бары тик йәштәргә сәм биреү ниәтенән сығып ойошторолор тигән фекер ҡалды.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте бүлеге сайтынан алынды.
Геолокация: пр.Ленина