Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
14 Июнь 2023, 11:00

ҠАТМАРЛЫҠТАР МИНЕ ҠУРҠЫТМАЙ...

Риф Мортазин республика өсөн янып йәшәй Республика буйынса изгелек эштәр башҡарыусы кешеләр беҙгә йыш ҡына осрап тора. Шуларҙың береһе – Башҡортостандың үҙ ҡанаты аҫтында 20 эре һәм  кесе энергия объекттарын берләштергән, эшмәкәрлектәре электрик һәм йылылыҡ энергияһына бәйле булған эре энергетика компанияһы вәкиле  Риф Мортазин. Был компанияның ике объекты Стәрлетамаҡ ҡалаһы биләмәһендә урынлашҡан – улар Стәрлетамаҡ һәм Яңы Стәрлетамаҡ ТЭЦ-тары. Әйткәндәй, Риф Тәбрик улы  етди хеҙмәт юлы үткән, уның идара эше буйынса ҙур тәжрибәһе бар. Ул әүҙем йәмәғәтселек эшен дә алып бара, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың Стәрлетамаҡта йәшәүсе ғаиләләренә ярҙам итә. Шул иҫәптән, уларға илле дана “Ашҡаҙар” гәзите лә яҙҙырҙы. Уның хеҙмәт юлы, тормош принциптары һәм идеалдары, шәхси һәм йәмәғәтселек тормошо, шулай уҡ уңайлылыҡтар – ҡалабыҙҙың йылы электр  селтәрҙәре тураһында булыр һүҙебеҙ.  

Тормош мәктәбе сыныҡтырған

– Риф Тәбрик улы, һүҙҙе тормошоғоҙҙоң шишмә башынан башлайыҡсы.

– Мин республикабыҙҙың иң матур урындарының береһе  - Мишкә районының Бабай ауылында тыуғанмын. Ата-әсәм – эшселәр. Әсәйем – Сания Хәбибулла ҡыҙы ғүмер буйы колхозда эшләне. Атайым – Тәбрик Әхмәтхан улы  хеҙмәт юлын Мишкә ремонт-техника предприятиеһы менән бәйләгән һәм водитель булған. Улар ауылда ла, үҙҙәре эшләгән коллективта ла абруйлы кеше булғандар. Атайым хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн  Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Халыҡтар дуҫлығы ордендары, шулай уҡ бихисап миҙалдар  менән бүләкләнгән булған. Улар биш бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, балаларҙың һәр береһе тормошта үҙ урындарын тапҡандар. Бында беҙҙә бәләкәйҙән хеҙмәткә – һөйөү, башҡарған эштәргә һәм ҡылыҡтарға яуаплылыҡ тойғоһы уятҡан атай-әсәйебеҙҙең ҡаҙанышын әйтмәй булмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайыбыҙҙың беҙҙең аранан китеүенә – 20, әсәйебеҙҙең китеүенә өс йыл.  Ләкин улар тураһындағы хәтирәләр беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ. Урта белемде мин үҙебеҙҙең ауылда алдым.  Аҙаҡ Башҡорт ауыл хужалығы институтына уҡырға керҙем. Әле ул Башҡорт  дәүләт  аграр университеты  тип йөрөтөлә.

Совет Армияһы сафтарында сыныҡтым. Икенсе  курсты тамамлағас, хәрби  хеҙмәт юлы үтергә Германиялағы Совет ғәскәрҙәре  төркөмөнә эләктем. Был ике йыл хеҙмәттәштәрем менән үҙ-ара мөнәсәбәттә баһалап бөткөһөҙ тәжрибә  бирҙе, рухты һәм тәртипте нығытты. Ул йылдарҙа  армияла булыу айырым  дан билдәһе ине,  армияла булмағандарға  тиҫтерҙәре менән уртаҡ тел табыу ҡыйын була торғайны.  Демобилизациянан һуң уҡыуымды институтта дауам иттем. “Агросәнәғәт комплексы тармаҡтарында  иҡтисад һәм идара итеү” белгесе булып сыҡтым.

– Хеҙмәт юлығыҙҙы ҡайҙа башланығыҙ?

– Атайым юлынан киттем тиергә лә булалыр. 1992 йылдан алып  Мишкә ремтехпредприятиеһында баш бухгалтер урынбаҫары булараҡ хеҙмәт юлым башланды.  Атайым  бындағы коллегалар менән таныштырҙы, уларҙың күптәрен бала сағымдан уҡ белә  инем. Аҙаҡ Мишкә районы буйынса Дәүләт һалым инспекцияһына өлкән дәүләт һалым инспекторы вазифаһын тәҡдим иттеләр.  Тик ятҡан таш шымармай тигәндәй, шатланып риза булдым.   Һуңынан инде  Благовещен ҡалаһына күсеп,  ҡала хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсе вазифаһынан алып  Һалым полицияһы органдары хеҙмәткәренә тиклем үрләнем. Ә инде 2004 йылдан, Өфө яны ТЭЦ-ының кадрҙар бүлеген етәкләп, тормошомдо энергетика менән ныҡлы бәйләнем.

 

Стәрлетамаҡта йылы булһын өсөн...

– Ә хәҙер һеҙ – башҡорт генерацияһының персонал һәм административ мәсьәләләре буйынса директор.  Ошо тармаҡтың эш үҙенсәлеге тураһында ҡыҫҡаса ғына һөйләп китһәгеҙ ине. Ғөмүмән, Стәрлетамаҡ энергетикаһы  тураһында.

– Энергетика – ҡатмарлы, яуаплы тармаҡ ул, шул уҡ ваҡытта  ҡыҙыҡлы ла. Беҙҙең коллективта һәр кем үҙен ҙур, дуҫ ғаиләлә тойған, дөйөм һөҙөмтәгә  ҡоролған дуҫлыҡ мөхите хөкөм һөрә. Ә  был энергетикала бик мөһим, сөнки команда ағзаларының эшенә кешеләр йортондағы  уңайлылыҡ, сәнәғәт предприятиеларының, социаль учреждениеларының өҙлөкһөҙ эше бәйле.

Стәрлетамаҡ ҡалаһының ике ТЭЦ-ының үҙ спецификаһы бар. Сөнки ҡала эре сәнәғәт үҙәге булып тора һәм энергетиктар хеҙмәтенә өйҙәрҙәге уңайлылыҡ ҡына түгел, ә нефть химияһы һәм нефть эшкәртеү гиганттарының ышаныслы эше лә бәйле. Әлбиттә, был коллективҡа яуаплылыҡ йөгө һала. Стәрлетамаҡ энергетиктары менән осрашыу ваҡытында беҙ көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышабыҙ, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ. Һәр ваҡыт башлаған эште ахырына еткерергә һәм биргән вәғәҙәләремде үтәргә тырышам. Станциялар тәүлек әйләнәһенә эшләй. Оператив  персонал көндөҙ дә, төндә лә дежурлыҡ итә. Кисен берәүҙәр ҡайтып китә, икенселәр сменаға килә, ә энергия менән тәьмин итеүҙе башҡаса булдырыу мөмкин түгел. Энергетиктарҙың  көндәлек ҡатмарлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте күҙгә салынмай ҙа тиерлек. Уларҙы көтөлмәгән авария килеп сыҡҡанда ғына күрәләр. Шуға күрә коллективта беҙ артабан да хеҙмәтебеҙ ситтә ҡалһын өсөн тырышасаҡбыҙ. Ә йорттарҙа һәр саҡ яҡты һәм йылы буласаҡ. Энергетиктарға шунан башҡаһы кәрәкмәй ҙә. Уларҙың өлөшөнә төшкән көмөшө шул, һайлаған юлдары шул уларҙың…

 

Мин был эште мотлаҡ дауам итәсәкмен!”

– Һеҙ, белеүебеҙсә, Стәрлетамаҡтың махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәренә лә хәйриә ярҙамы күрһәтәһегеҙ. Был – ҙур эш. Һеҙҙе был эшкә тотонорға нимә этәрҙе?

– Шәхси йөрәк ҡушыуы һәм инаныуҙарым. Иң мөһиме: алғы һыҙыҡтағы егеттәр беҙҙең ярҙамды тойһон ине. Шулай уҡ уларҙың тыуған йорттарына, ғаиләләренә тере һәм сәләмәт ҡайтыуҙары бик мөһим. Минең ярҙамым егеттәр алдындағы  ябай булмаған бурыстарҙы бер аҙ еңеләйтә ала икән, тимәк, тырышлыҡ бушҡа булмаған. Мин был эште мотлаҡ дауам итәсәкмен.

– Йәмәғәт эштәрегеҙҙе бер һүҙ менән нисек атарға булыр ине?

– Йәшенә һәм шөғөлөнә ҡарамайынса, ҡала халҡына иң мөһиме нимә? Уңайлы йорт, унан сығыу менән таҙа подъезд.  Кәрәкле  инфраструктура  менән тәьмин ителгән, уңайлыҡтары булған ихата. Уңайлы тротуарҙа йөрөү, сифатлы юлдарҙан елдереү. Буш ваҡытыңды ғаиләң менән ҡаралған ял урындарында үткәреү, балаларыңа заманса балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә  яҡшы белем биреү,  бөтә ҡорамалдар менән йыһазландырылған дауалау учреждениеларында сәләмәтлекте нығытыу һәм медицина хеҙмәтләндереүе алыу… Һанай китһәң бик оҙаҡ була.

Мин көн һайын айырым предприятие масштабында ошоға оҡшаш мәсьәләләрҙе хәл итәм. Ҡала сиктәрендә лә бурыстар ҙурыраҡ һәм ҡатмарлыраҡ буласаҡ. Ләкин мине ҡатмарлыҡтар ҡурҡытмай. Ҙур идара итеү тәжрибәһе дөрөҫ ҡараш булғанда һөҙөмтәле эшләргә һәм кешеләргә файҙа килтерергә мөмкинлекте үҙе үк әйтеп тора. Бигерәк тә һинеке менән маҡсаттары тура килгән фекерҙәштәр һәм юлдаштар булғанда…

 

Тыуған яҡ тәбиғәтенә һаҡсыл ҡарашта

– Әңгәмә һуңында һеҙҙең ҡыҙыҡһыныуҙарығыҙ, яратҡан шөғөлдәрегеҙ һәм  ғаиләгеҙ хаҡында ла ишетке килә…

  • Өйләнгәнмен. Ҡатыным менән мөхәббәттә һәм хәстәрлектә ул һәм ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Үҙебеҙ бер ҡасан да ҡатмарлыҡтарҙан ҡурҡманыҡ һәм балаларҙа ла шул сифаттарҙы булдырырға тырышабыҙ.  Уларҙың алдында башланмаған ғүмер тора, ә юлды атлап барыусы ғына үтә ала. Дөрөҫ тормош йүнәлештәре уларға ярҙам итер тип уйлайым.

Ә шөғөлдәремә килгәндә, улар бик күп.  Мөмкин   тиклем һоҡланғыс республикабыҙҙың тәбиғәт ҡосаҡтарында күберәк булырға тырышам.  Башҡортостан буйлап сәйәхәт артабанғы тормошома һәм эшемә көс бирә.

Сәләмәт тормош рәүеше алып барам, үҙемде яҡшы физик формала тоторға тырышам. Башҡортостан тәбиғәте быға ярҙам итә.  Республикабыҙҙың матур йылғалары буйлап  сәйәхәт итергә яратам. Һыуалғыстарҙы үткәндә балыҡ тоторға ла әүәҫмен. Шулай уҡ  тыуған яҡтың тәбиғәтенә һаҡсыл ҡараш – минең өсөн иң мөһиме.

Римма ҒӘЛИМОВА әҙерләне.

ҠАТМАРЛЫҠТАР МИНЕ ҠУРҠЫТМАЙ...
ҠАТМАРЛЫҠТАР МИНЕ ҠУРҠЫТМАЙ...
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: