Ашҡаҙар
+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
20 Июнь 2023, 18:40

ӨҪТӘЛДӘРҘӘН ИКМӘК КИТМӘҺЕН!

Юлия Герасимова тормош ҡиммәттәре хаҡында  “Стерх” икмәк комбинатының даны ҡалабыҙҙан ситтә лә билдәле. Илебеҙҙә баҙар мөнәсәбәттәре башланған 90-сы йылдарҙа Икмәк комбинатының генераль директоры Николай Дмитриевич Герасимов берҙәм коллектив туплап, бер нисә йылға алға ҡарап эшләгән өлгөлө предприятие булдырған ине. Ул саҡта элекке традицияларҙы яңы идеялар менән байытыу, техник ҡорамалдарҙы алыштырыу, ассортиментты яңыртыу өҫтөндә эшләү, продукцияның сифатын күтәреү  – предприятиеның тотороҡло эшләүенә булышлыҡ итте. Ә аҙаҡҡы йылдарҙа иһә комбинат ошо традицияларҙы тағы ла байытып, яңы технологияларҙы ла йәнә үҫтереп, күптән инде ил кимәлендә дан ҡаҙанды. Минең ҡаршымда атаһының юлын дауам итеүсе, комбинаттың генераль директоры – Юлия Герасимова. Уның менән әңгәмәбеҙ икмәк ҡәҙере менән генә сикләнмәй…

 

Ауыл тормошон үҙ иткән ҡала ҡыҙы

– Юлия Николаевна, һеҙҙең өсөн бәләкәй Ватан – нәмәне аңлата? Үҙегеҙҙең бала саҡ хәтирәләрегеҙ менән дә уртаҡлашһағыҙ ине.

– Минең ата-әсәйем Стәрлетамаҡ районынан. Улар, химия-технология техникумында уҡып, хеҙмәт юлдарын “Сода” комбинатында башлағандар.  Стәрлетамаҡта мин тыуып үҫкәнмен, уҡығанмын, ошо тыуған ҡаламдан бер ҡасан да китергә тигән уй булманы, минең өсөн бәләкәй Ватаным ошонда ул.  Әсәйем яғынан тамырҙарым Стәрлетамаҡ районы Ҡыҙыл яр ауылына булһа, атайым яғынан Владимировка ауылына барып тоташа. Улар икеһе лә ишле ғаиләнән. Миңә ике яҡлап та өләсәй-олатайҙарымды күреп, улраҙың да матур тәрбиәһендә үҫеү бәхете тейҙе. Беҙ һәр саҡ атай-әсәй менән бергәләп ауылға ҡайта инек, ауыл тормошон үҙ елкәмдә тойоп үҫтем тиергә була. Төрлө ризыҡтарҙы бешерергә, ҡул эштәренә фәҡәт өләсәйемдәрҙән өйрәндем. Мал ҡарау, бесән әҙерләү, һыу ташыу, һарыҡ йөнөн ҡырҡыу һымаҡ йорт эштәрен башҡарыу – барыһы ла бала саҡтан килә.

Ғаиләлә үк һалынған ҡиммәттәр була, тыуған тел хаҡында ла ошо уҡ һүҙҙәрҙе әйтер инем. Бар нәмә лә ғаиләлә башлана, әгәр орлоҡ ғаиләлә һалынмаһа, бер ниндәй закондар ҙа ярҙам итмәйәсәк. Шәхсән үҙемә килгәндә, беҙ, эш һөйөп, милли йолаларыбыҙҙы аңға һеңдереп үҫкән быуын. Шуға күрә минең өсөн кесе Ватаным ул – ғаиләм, йәшәгән ҡалам. республикам, илем…

 

Ҡулға-ҡул тотоношоп

– Белеүемсә, һеҙҙең тамырҙарығыҙ әсәйегеҙ буйынса – украин, атайығыҙ буйынса мордва халыҡтарына барып тоташа. Һеҙ үҙегеҙ кем?

– Ғаиләлә был тема буйынса бер ваҡытта ла бәхәс булманы. Апайым әсәйемә нығыраҡ оҡшағанға, үҙен украин тип, ә мин инде атайымдың милләтен һайлап мордва тип паспортымда яҙҙырҙым.

– Һеҙ ҡалабыҙҙың ғына түгел, республиканың милләт-ара мөнәсәбәттәренә лә  күп көс һалаһығыҙ. Үҙегеҙҙең тамырҙарығыҙға, халҡығыҙҙың йолаларына һәм мәҙәниәтенә  һөйөү бала саҡтан киләлер?

– Әлбиттә. Беҙ бит өләсәй, олатайҙарыбыҙҙың ғаилә тарихтарын, көнкүрештәре тураһындағы хәтирәләрен тыңлап, ишетеп үҫкән быуын. Атайым шәжәрәһен өйрәнеп, архивтарҙа ҡаҙынып, байтаҡ мәғлүмәттәр туплағайны. Беҙ уның был эшен дауам иттек. Нәҫел ағасыбыҙ буйынса байтак материал йыйҙыҡ. Атайыбыҙҙың тыуған ауылы – Владимировка ауылының 100 йыллығын үткәргәндә 100 ауылдашыбыҙҙың ҡатнашыуы беҙгә тотош бер татыу ғаиәләләй  тойолдо. Милли үҙәктәргә килгәндә, был эш  минән генә башланманы, әлбиттә. Был эшкә  атайым да күп көс һалды. Ә мордва мәҙәниәт үҙәгенә килгәндә, мин был эште 2012 йылда башланым.  Райондар буйлап йөрөй башлағас, халҡыбыҙҙың йырҙарын тыңлап, көнкүрешен, йолаларын күреп йөрөгәндә, бының ғаиләбеҙ өсөн дә мөһимлеген аңланым. Ошо тарихыбыҙҙы тыңлар кешеләребеҙ барлығы һөйөндөрә. Ҡалабыҙҙа ла, республикала ла милләт-ара мөнәсәбәттәргә тейешле иғтибар бирелә. Ә Стәрлетамаҡта милли үҙәктәр үҙ-ара ҡулға-ҡул тотоношоп эшләйҙәр тиһәм дә, һис арттырыу булмаҫ. Төрлө проекттарҙа көсөбөҙҙө һынайбыҙ. Яңыраҡ Башҡортостан Респубикаһы Башлығы грантына ирешеүебеҙ беҙгә яңы башланғыстарға юл аса, эшебеҙгә дәрт өҫтәй, киләсәгебеҙҙе ышаныслы итә.

Уңыштың сере етәксегә бәйле

– Стәрлетамаҡ икмәк комбинатының даны күптәргә билдәле. Оҙаҡ йылдар һуҙымында конкуренция заманында маркағыҙҙы төшөрмәүгә нисек ирешәһегеҙ? Уңышығыҙҙың сере нимәлә?

– Беҙ классик рецептарға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Быны үҙегеҙ ҙә белеп тораһығыҙ: һыу, он, тоҙ, әсетке. Икмәк бешергәндә тейешле эштәрҙе еренә еткереп башҡарыуға 12 сәғәт китә. Шуға ла беҙҙең икмәктәр сифатлы һәм тәмле килеп сыға. Йолаларға таянып эш итһәк тә, беҙ заман менән бергә атлайбыҙ. Башҡортостандың башҡа предприятиеларының тәм сифаттарын өйрәнеп, маркетинг тикшереүҙәре үткәрәбеҙ, алдынғы алымдар ҡулланып, продукцияның яңы төрҙәрен уйлап табабыҙ. Бары тик тәбиғи сеймалды һәм  ингредиенттарҙы ғына, йәғни үҙебеҙҙең илдә етештерелгәндәрҙе генә  ҡулланабыҙ. Күңелде һәм йөрәкте биреп бешергән ризыҡтар ғына тәмле була, минеңсә. Беҙҙә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар тап шулай итә лә…

– Етәксе булыу ауырмы?

– Мин шөғөлләнгән эшемдең ихтыяжынан сығып йәшәйем.  Икмәктең баһаһын һәр кем белә, шул продукцияны көн һайын кешеләрҙең өҫтәленә барып етерлек итеп етештереү – еңел эш түгел. Шул уҡ көндә икмәк еҫен иҫнәп??? йөрөү бәхете  һәр кемгә лә теймәй бит.

– Үҙегеҙҙә етештерелгән икмәкте үҙегеҙ ашайһығыҙмы?

– Мин генә түгел, бында эшләүселәрҙең барыһы ла һәм миңә үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияның сифаты өсөн бер ҡасан да ҡыҙарырға тура килмәне.

– Һеҙ өйҙә ғаиләгеҙгә үҙегеҙ ашарға бешерәһегеҙме?

– Әлбиттә, мин иремдең, йортомдоң ҡәҙерен белгән ҡатын. Ә ҡатын-ҡыҙ, кем булыуына ҡарамаҫтан, етәксеме ул, депутатмы, эшҡыуармы – ғаиләһе һәм өйҙәге атмосфера өсөн яуаплы  тип иҫәпләйем.

 

“Атайымдың эшен дауам итеү миңә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй!”

– Һеҙҙе ҡалабыҙҙың 1-се интернат-мәктәбенә шефлыҡ итеүсе булараҡ та, ғөмүмән, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыусы булараҡ та беләләр. Атайығыҙ ҙа шундай ярҙамсыл шәхес ине...

– Атайымдың эшен дауам итеү миңә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Үҙе үлгәндән һуң да күп кешеләр уның изгелеген иҫкә алып рәхмәт әйттеләр. Шефлыҡҡа килгәндә, нисек инде арҡаға терәлеп тиерлек урынлашҡан мәктәпкә ярҙам итмәйһең. Был осраҡта һүҙ аҡса ярҙамы тураһында түгел. Әлбиттә, барыһын да һанап китеүҙе урынлы булыр тип уйламайым. Шулай ҙа, “Нур” шифаханаһына, “Чернобыль” ваҡиғаһы инвалидтарына, насар ишетеүселәргә, насар күреүселәргә ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ.

Миңә атайым менән 10 йыл бергә эшләргә, бер һуҡмаҡтан барырға тура килде. Был вазифаны биләүемә лә 11 йыл. Ул башлаған эште дауам итә алыуым менән бәхетлемен.

 

Буш вәғәҙәләр бирмәй!

– Һеҙ, билдәләп китеүебеҙсә, БР Дәүәләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты ла. Ҙур предприятие менән етәкселек итәһегеҙ, йәмәғәт эштәре, ғаилә... Шул уҡ ваҡытта һайлаусылар наказдарын да үтәргә өлгөрәһегеҙ.

– Депутат – ул иң беренсе яуаплылыҡ, һин үҙеңә кешеләргә ярҙам итеү бурысын алғанһың, тигән һүҙ. Был осраҡта мин: “Нимәлер эшләй һәм үҙгәртә алаһың икән, тот та эшлә” тигән принципҡа таянам. Ә ҡулдан килмәгән буш вәғәҙәне бирмәйем. Мәсьәләне хәл иткәнгә тиклем ваҡыт үтә. Халыҡ менән осрашҡанда теге йәки был мәсьәләне бөтөнләй икенсе күҙлектән күрергә тура килә. Шунда закондар үтәлешененең кеше тормошондағы сағылышы  ап-асыҡ күренә. Закон ярҙам итәме, итмәһә – нимәне үҙгәртергә кәрәклекте тиҙ генә баштан үткәрәһең  һәм тырышаһың…

– Халыҡ мәнфәғәтендәге эшмәкәрлегеҙгә  уңыштар насип булһын! Гәзит уҡыусыларға әйтер һүҙҙәрегеҙ ҙә барҙыр.

– Өҫтәлдәрҙән икмәк китмәһен, йылы аш та ул икмәк, бәхет ризығы ла тигән мәғәнәлә өндәшәм!

Әңгәмәне Римма ҒӘЛИМОВА ҡорҙо.

ӨҪТӘЛДӘРҘӘН ИКМӘК КИТМӘҺЕН!
ӨҪТӘЛДӘРҘӘН ИКМӘК КИТМӘҺЕН!
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: