Ашҡаҙар
+17 °С
Облачно
Файҙалы эштәр йылы
26 Октября 2023, 07:50

Алғы һыҙыҡҡҡа - сираттағы гуманитар ярҙам …

«2-се лицей-интернаттың йөҙ йыллығына  - 100 изге эш» акцияһы сиктәрендә лицей хакимиәте махсус хәрби операцияһы хәрбиҙәренә гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойошторҙо. 

Был сарана бер кем дә ситтә ҡалманы: учреждениеның коллективы, уҡыусыларҙың ата-әсәләре һәм уҡыусылар үҙҙәре лә ҡатнашты. Барлығы  15  гуманитар ярҙам ҡумтаһы йыйғандар. Бында иң кәрәкле әйберҙәрҙән тыш  һүрәттәр һәм  матур йөкмәткеле өмөтлө хаттар ҙа ебәрелгән.

- Беҙ берҙәм рухлы булыуыбыҙ менән көслө, шуға күрә еңәсәкбеҙ ҙә… Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ бит! – тип билдәләй  Стәрлетамаҡ ҡалаһы «БЕРҘӘМ РӘСӘЙ» фиркәһенең урындағы бүлеге башҡарма сәркәтибе Лилиә Бикмәтова.

Алғы һыҙыҡҡҡа  - сираттағы гуманитар ярҙам …
Алғы һыҙыҡҡҡа - сираттағы гуманитар ярҙам …
Автор:Римма Галимова
Читайте нас