Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
24 Декабрь 2019, 17:30

Яңы йыл төнөндә Өфөлә Elvin Grey һәм уның командаһы концерт менән сығыш яһай

Яңы йыл төнөндә Өфөлә Башҡортостандың һәм Татарстандың популяр башҡарыусыһы Радик Юлъяҡшиндың концерты була.

Уның 31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡарай төндәге сығышы – «TERRA ZIMA» фестиваленең көтөп алынған ваҡиғаһы. Elvin Grey һәм уның командаһының концерты Ҡунаҡһарай алдындағы майҙанда (Ленин урамы яғынан) Яңы йылды ҡаршы алғандан һуң башлана.
2019 йылдың 31 декабренән 2020 йылдың 5 ғинуарына тиклем Өфөлә «TERRA ZIMA» тип аталған яңы йыл фестивале үткәрелә. Тәүге тапҡыр ул былтыр уҙҙы һәм бер нисә мең кешене йыйҙы. Фестивалде ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса дәүләт комитеты, Өфө ҡалаһы хакимиәте, «Аркада» идара итеү компанияһы, «Ҡунаҡһарай» сауҙа комплексы.
Мэрияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был юлы фестиваль ике майҙансыҡта – «Ҡунаҡһарай» сауҙа комплексы, «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркы биләмәләрендә уҙғарыла. Ойоштороусылар фестиваль ҡунаҡтары өсөн бик ҙур байрам программаһы әҙерләгән. «TERRA ZIMA» ҡышҡы көндәрҙең иң ҡыҙыҡлы ваҡиғаһы булырға вәғәҙәләй. Фестиваль тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән сайтта танышырға мөмкин.
Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары дәртле йырҙар аҫтында бергәләп Яңы йылды ҡаршы алыу өсөн уҙып барған йылдың төп яңы йыл майҙансығына йыйыла. Ҡунаҡһарай таңға тиклем асыҡ була, ә байрам ойошторолған биләмәлә ҡайнар эсемлектәр һәм байрам һыйҙары менән сауҙа нөктәләре көтә.
Фестиваль 31 декабрҙә киске сәғәт 11-ҙә башлана.
Башинформ.
Читайте нас в