Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
27 Декабрь 2019, 18:25

2020 йылда Рәсәйҙә яңы автомобилдәрҙе автосалонда теркәргә мөмкин

Рәсәйҙә 2020 йылдың 1 ғинуарынан яңы автомобилдәрҙе, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына бармайынса, автосалонда теркәргә мөмкин.

Премьер-министр Дмитрий Медведев тейешле ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Автосалонда теркәү тураһында таныҡлыҡ һәм яңы автомобилгә дәүләт теркәүе билдәләрен, башҡа транспорт сараларын алырға мөмкин. Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт бойороғона ярашлы, теркәүҙең хаҡы 500 һумдан артырға тейеш түгел.
Автомобилдәрҙе махсус ойошма статусына эйә компаниялар теркәй ала. Улар Эске эштәр министрлығының дәүләт реестрына индерелергә тейеш.
Транспортты теркәү өсөн автосалон хеҙмәткәре машинаны ҡарап сығырға, документтарҙы тикшерергә һәм тикшереү һөҙөмтәләрен дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ЮХХДИ бүлегенә тапшырырға бурыслы. Һуңынан ЮХХДИ был мәғлүмәттәрҙе тикшерә, ыңғай ҡарар ҡабул ителгән осраҡта, теркәү тураһында таныҡлыҡты һәм номерҙы автосалонға тапшыра.
Башинформ.
Читайте нас: