Ашҡаҙар
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
7 Ғинуар 2020, 19:55

Өфө иртәлеге һәр кемгә лә эләкмәй

Яңы йыл алдынан һәр белем биреү учреждениеларында иртәлектәргә юлығырға була. Шул уҡ ваҡытта тырыштарҙы, уңғандарҙы Ҡыш бабай махсусрәүештә лә килеп ҡотлай.

Нәҙиә Хәмиҙуллинаға – һигеҙ йәш, 2-се гимназияла икенсе класта уҡый. Ул тиҫтерҙәренән үҙенең сослоғо менән айырылып тора. Шуға, күрәһең, ҡыҙ үҙен шахмат
уйынына бағышлағандыр ҙа инде. Нәҙиә әле 2-се спорт мәктәбендә Павел Михайлов ҡулы аҫтында шөғөлләнә. Икенсе генә йыл был шөғөлгә тотоноуына
ҡарамаҫтан, ул уңыштарға өлгәшеп тә өлгөргән.
Ә күптән түгел уҡыусыға “Өфө шыршыһы”на барырға насип булған. Беҙгә ул ошо байрам тәьҫораттары хаҡында ла бәйән итте:
– Мәктәптә лә бик күңелле булды иртәлек. Ә бына ҡыш бабайҙы сит ҡалаға, Өфөгә барып күреү – минең өсөн мөғжизәле сәйәхәт ине, – ти
уҡыусы. Ысынлап та, тырыштарҙы ҡыҙыҡлы сәйәхәт тә, башҡа мөғжизәләр ҙә көтә шул.
Читайте нас: