Себендән фил ҙурлығына өрөлгән шар шартланы тиһәң дә була. Салауат районы Ҡалмаҡтар ауылында үткән йылдың октябрь айында уҡ башланған хәл ваҡиғаларға нөктә ҡуйырлыҡ. Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә билдәһеҙ йыртҡыс төнөн тауыҡтар ояһына инеп, йорт ҡоштарының башын өҙөп, ҡандарын һурып ташлап киткән ине. Бындай күренешкә тап булған ауыл халҡының ҡото осҡан ине. Шулай хужалыҡтарҙы талай торғас, ниһайәт йыртҡыс ҡапҡанға тотолған, һунарсылар йәнлектең исемен дә әйткән. Ул чупакабра түгел, ә ауыл эргәһендәге Йүрүҙән йылғаһында йәшәүсе шәшке булып сыҡҡан.