Уҙған йыл көҙгө сессияла парламент тарафынан алты пленар ултырыш ойошторолған, 65 ҡанун үҙ көсөнә инә. Дәүләт Думаһына ике федераль закон проекты йүнәлтелә. Халыҡ һайланыусылары шәхси ҡабул итеүҙәр барышында дүрт меңгә яҡын кеше менән осраша. Яҙғы сессияға килгәндә, депутаттар тағы ла илленән ашыу закон проекты өҫтөндә эшләйәсәк. Әйтәйек, һайлауҙар, административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстарға үҙгәрештәр индереү ҡаралған.
Район-ҡалаларҙа милли проекттарҙың тормошҡа ашырылыуына ла иғтибар артасаҡ. Шул уҡ ваҡытта мәғариф өлкәһенә ҡағылышлы айырым парламент ултырышы ойоштороу күҙаллана. Ауылдарҙа белем биреү системаһы, профориентация һорауҙары ҡараласаҡ. Шул уҡ ваҡытта мартта Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың сирек быуатлыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһала. Юбилей датаға бәйле республика мәғариф учреждениеларында парламент дәрестәре уҙғарыу планлаштырылған.