Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
20 Ғинуар 2020, 19:30

Өфөлә Вәлиди урамындағы буш торған биналарҙа «Сколково» IQ-парк барлыҡҡа килә

Өфөлә йыл аҙағына тиклем Сколково төбәк операторы статусында IQ-парк барлыҡҡа килә, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.

Уның потенциаль резиденттары әле үк «Минең бизнесым» үҙәге булышлығында статус алыу өсөн документтар әҙерләй. Сколково фонды төбәк операторы сифатында эшләү мөмкинлеге генә биреп ҡалманы, IQ-парк концепцияһын формалаштырыуға ла әүҙем ҡушылды. Ул донъяла, мәҫәлән, Сингапурҙа Fusionopolis кеүек, иң сағыу инновация проекттарының береһе булмаҡсы, тип вәғәҙәләй чиновниктар.
Ғинуар аҙағында парктың VR-концепцияһы тәҡдим ителә.
Айкью-парк Зәки Вәлиди урамында күптән буш торған 32/2-се бинала урынлаша.
Бынан тыш, ведомство башҡа инфраструктура майҙансыҡтарын булдырыу эшен алып бара, тип хәбәр итте Римма Бойцова. Полиграфкомбинат һәм НИТИГ базаһында технопарктар ойоштороу концепциялары әҙерләнә. Мәскәү Флаконы креатив кластерҙың идара итеүсе компанияһы булып сығыш яһарға ризалашты. Әлегә ошо проекттың финанс моделе һәм бизнес-планы иҫәпләнә. Чиновник һүҙҙәренсә, республикала IT белгестәр өсөн 20 коворкинг булдырылған, өс бизнес-инкубатор эшләй, һөнәрселәр өсөн креатив кластер һәм көнкүреш коворкингтары ойоштороу күҙаллана.
Башинформ.
Читайте нас: