Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
21 Ғинуар 2020, 11:27

ИРЕНӘ “МӨГӨҘ” ҠУЙҒАН...

Ҡытайҙың Сямынь ҡалаһында йәшәүсе бер ҡатын бер атайҙан булмаған сәйер игеҙәктәр тапҡан, тип хәбәр итә DailyMail баҫмаһы.

Был хаҡта яңы тыуған сабыйҙарҙы теркәгән полиция бүлегендә ДНК тесты үткәргәндән һуң мәғлүм була. ДНК һөҙөмтәләре буйынса ҡатындың ире балаларҙың береһенә генә атай булып сыға. Ире игеҙәктәрҙең береһе үҙенә бөтөнләй оҡшамағанлығын алдан уҡ шәйләгән, ә ДНК уның шиген раҫлаған ғына. Ир кеше ҡатынының был хәлде аңлатыуын һорағас, ҡатыны уның үҙен тест һөҙөмтәһен боҙоуҙа ғәйепләй. Аҙаҡ ҡатыны бер тапҡыр икенсе ир менән хыянат итеүен таный.
Ике ят ирҙән игеҙәктәрҙең тыуыуы бик һирәк осрай торған феномен икән, медицина телендә ул “гетеропатерналь суперфекундация” тип атала. Төрлө баһалар буйынса, бындай тыуымдың ихтималлығы 400-гә берҙән алып 13 мең осраҡҡа бер генә булыуы мөмкин.
Ә бына Американың Техас штатында йәшәүсе ҡатын 9 минут эсендә 6 бала тыуҙырған. Һөҙөмтәлә 800 – 1300 грамлыҡ ике ҡыҙ һәм 4 малай донъяға килгән. Шулай донъяла шаҡ ҡатырғыс хәлдәр булғылап ҡуя.
Читайте нас: