Ростех матбуғат-хеҙмәте хәбәр итеүенсә, «Шанс» парашюты асылһын өсөн 9 ҡатлы йорт, йәки 33 метр бейеклеге етә. «Шанс»та өс купол, улар ергә төшөү тиҙлеген тота, шулай уҡ кеше тәнен автоматик рәүештә тотоусы система. Бындай мөмкинселек ярҙамында парашют менән тәүге тапҡыр һикереүсе лә файҙалана аласаҡ.
Дәүләт корпорацияһының башҡарыусы директоры Олег Евтушенко һүҙҙәренсә, ҙур булмаған бейеклектәрҙән һикереү мөмкинселеген биреү рәсәй парашюттарының үҙесәлеге булып тора.
«Был парашют системаһына тиң, йәки оҡшаш булған аналогтар донъяла юҡ», -тип билдәләп үтте ул.
Оҙаҡламай «Технодинамка» авариялы-ҡотҡарыу системаһын күпләп сығарыуға тотонасаҡ.
Шуныһы ҡыҙыҡ, Рәсәй кешеләре бындай парашют менән файҙаға ғына тотонормо? Һатып алып күңел асыу өсөн ҡуллана башламаҫтар тимә..