Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
18 Февраль 2020, 22:30

Башҡортостанда туғыҙ миллиардер йәшәй

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында 2019 йылғы декларация кампанияһына йомғаҡ яһалды.

2019 йылда Башҡортостанда 2018 йыл өсөн 3-НДФЛ формаһында физик берәмектәрҙең килеменә һалым буйынса 290 мең самаһы декларация теркәлгән.
Башҡортостанда 30 мең 293 кеше 1 миллион һумдан ашыу аҡса эшләгән, шуларҙан туғыҙ һалым түләүсе 1 миллиард һумдан ашыу килеме тураһында белдергән.
Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, тапшырылған декларацияларҙың төп өлөшөн 1 миллион һумға тиклем килем суммаһы күрһәтелгән декларациялар тәшкил итә, уларҙың һаны — 227 мең 123 декларация, йәки 2018 йыл өсөн декларацияларҙың дөйөм һанынан 88,2 процент.
Башинформ.
Читайте нас в