Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
21 Февраль 2020, 01:40

Өфөнән Ереванға мең һумға осорға мөмкин

30 марттан Өфөнән Әрмәнстанға тағы бер рейс асыла.

«Азимут» авиакомпанияһы дүшәмбе һәм кесаҙна көндәрендә Ереванға осоштар башҡара, тип хәбәр иттеләр «Өфө» аэропортынан.
Рейстарҙы Sukhoi Superjet 100 һауа судноһы башҡара. Бер яҡҡа билет хаҡы багажһыҙ тариф буйынса 1 380 һумдан башлана. Юлға 3,5 сәғәт тирәһе ваҡыт китә.
«Азимут» авиакомпанияһынан тыш, шишәмбе Ереванға NordWind авиакомпанияһы менән осорға мөмкин.
Башинформ.
Читайте нас: