Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
25 Февраль 2020, 19:05

«Еңеү» авиакомпанияһы Өфөнән Анапаға рейстар аса

5 июндә «Еңеү» авиакомпанияһы Өфө-Анапа маршруты буйынса даими рейстар башҡара башлай.

Осоштар – аҙнаһына ике тапҡыр: дүшәмбе һәм йома көндәрендә.
Өфөнән – киске 11 тула 20 минутта, Анапанан – киске 6-сы 20 минутта.
Осош 2,5 сәғәт тиерлек дауам итә, тип белдерҙеләр «Өфө» халыҡ-ара аэропортының матбуғат хеҙмәтендә.
«Еңеү» авиакомпанияһынан тыш, йәйге теҙмәлә Өфөнән Анапаға осоштарҙы Utair (3 июндән — дүшәмбе, шаршамбы, кесаҙна һәм шәмбе) һәм NordStar ( 9 июндән — шишәмбе) башҡара.
Башинформ.
Читайте нас в