Һатыусының һүҙҙәренә ҡарағанда, ул бесәй күрәҙәсе, имеш. Шулай уҡ баш ауырыуынан дауалай, ирлек көсөнә бәйле сирҙәрҙән дә азат итә икән. Әммә иң аптыратҡаны ул түгел әле: бындай шәп бесәйе өсөн хужаһы ике миллион һум хаҡ һорай.
Ниндәй генә иғландарға юлығырға тура килмәй, китап уҡыусы ат, бейеүсе һыйыр, бына килеп күрәҙәсе бесәй...