Ашҡаҙар
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
4 Март 2020, 18:30

“Атайымдың хәле һәйбәт, борсолмағыҙ”

Актер, йырсы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Сафа улы ысын мәғәнәһендә халыҡ һөйөүен һәм ихтирамын яулаған шәхес.

Уның дауаханаға эләгеүен белеп ҡалған фанаттары, яҡташтары дүртөйлөләр, уның үҙен һәм ижадын ихтирам иткән һәр кем был көндәрҙә яратҡан артистары өсөн борсолдо, тиҙерәк һауығыуын теләне.
“КП-Уфа” хәбәрселәренә башҡорт эстрадаһының легендар артисының улы Азамат Ғафаров атаһын ни өсөн ашығыс рәүештә Өфөләге 22-се дауаханаға илтергә тура килеүен һөйләне. Фидан Сафа улына операция яһалған, оҙаҡламай дауахананан сығарасаҡтар.
- Операция уңышлы үтте, табиптарға рәхмәт. Атайымдың хәле яҡшы, - ти Азамат Ғафаров. -Хирургтар уның бөйөрөндәге ике ташты алды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Фидан Ғафаровты үткән шәмбелә ашығыс рәүештә дауаханаға илткәйнеләр. Хәҙер барыһы ла артта ҡалды, уны дөйөм палатаға күсергәндәр. Һаулыҡ теләйбеҙ һеҙгә, Фидан Сафа улы!
Фото:bashdram.ru
Читайте нас: