Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
4 Март 2020, 19:30

Башҡортостан башлығы ил президентына мөһим һорау менән мөрәжәғәт итергә ниәтләй

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 4 мартта ҡала Советы ултырышында йыйылыусыларға Өфөнөң 450 йыллығы яҡынлашып килеүен хәтергә төшөрҙө. Республика етәксеһе тейешле указға ҡул ҡуйыу буйынса ил президенты Владимир Путинға мөрәжәғәт итергә ниәтләй.

«Был мөһим дата. Мин илебеҙ президенты алдына указ тураһында мәсьәләне ҡуйырмын, әлбиттә. Хәҙер кәрәкле документтар әҙерләйбеҙ, президентыбыҙ хакимиәтенә сығырбыҙ. Указды көтмәйенсә,был мәсьәләгә әле үк әҙерләнеү зарур. Республика хөкүмәте ярҙам күрһәтергә әҙер. Ошо әһәмиәтле байрамды Өфө нисек ҡаршы алыр, уйлағыҙ. Был 2024 йылда була. 450 йыл – 500, 1000 йыл түгел, әлбиттә, ләкин мин ниндәйҙер ҡарар әҙерләп, артабан барырға тәҡдим итәм», — тине республика етәксеһе.
Өфө элекке йылдарҙағы «юғары финанс-иҡтисади нөктәнән сыға», тип өҫтәне ул.
«Әгәр ҡаланың финанс-иҡтисади торошон алғанда, нисек булғанын хәтерләйһегеҙҙер: күп миллионлы, миллиардлы бурыстар. Ошо йылда республика хөкүмәте һәм Өфө хакимиәте, ҡулға-ҡул тотоношоп эшләп, был проблеманы хәл итте. Хәҙер республика бюджеты тәрән дефицитта, ә Өфө бюджеты тәрән профицитта. Был Өлфәт Мансур улының аҡыллы сәйәсәтелер, моғайын. Ысынлап та, Өфө юғары финанс-иҡтисади нөктәнән сыға. Быға күп осраҡта республика ярҙамы менән өлгәшелде, Өфө лә бит беҙҙең иҡтисадтың, финанс системаһының төп өлөшөн формалаштыра. Беҙ быны яҡшы аңлайбыҙ».
Башинформ.
Читайте нас в