Хәбәр ителеүенсә, 373,28 миллион һум өҫтәмә эш хаҡы түләүгә (дәртләндереүгә) йүнәлтелә. Республиканың һайлау комиссияларына 395,96 миллион, шул иҫәптән хеҙмәт өсөн түләүгә 333,25 миллион һум күсерелә.
Федераль бюджет аҡсаһын бүлеүҙе Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы раҫланы.
Республика аҡса бүлеү күләме буйынса өсөнсө урында, Мәскәүгә — 603,87 миллион, Мәскәү өлкәһенә 532,74 миллион һум йүнәлтелә.
Дәүләт Думаһы Конституцияға үҙгәрештәр тураһында закон проектын 23 ғинуарҙа тәүге уҡыуҙа хупланы. Икенсе уҡыу – 10 мартта, өсөнсөһө 11 мартта була.
Конституцияға төҙәтмәләр буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреүе 22 апрелгә билдәләнгән.