Ашҡаҙар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
17 Март 2020, 20:30

Борис Мелкоедов — Йылайыр районы башлығы вазифаһын башҡарыусы

Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, вазифаһын ҡалдырҙы. Бөгөндән ул Йылайыр районы башлығы вазифаһын башҡара.

Борис Николаевич Мелкоедов 1971 йылдың 8 декабрендә Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1993 йылда «Өфө нефть эшкәртеү заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә оператор булып башлай.
1995-1997 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районының йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе;
1997-1997 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының тәжрибә заводы лабораторияһы етәксеһе;
1997-2004 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Социаль-иҡтисади сәйәсәт идаралығының баш белгесе;
2007-2008 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре идаралығы етәксеһе;
2008-2010 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Төбәктәр үҫеше министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе;
2010- 2012 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры;
2012 йылдың 29 октябренән Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе булып эшләне.
Рәсәй Төбәктәр үҫеше министрлығының почет грамотаһы менән бүләкләнгән (2010).
Башинформ.
Читайте нас: