Хәҙер "Яндекс.Карты" һәм "Яндекс.Такси" сервистарында "Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы" муниципаль унитар предприятиеһының троллейбустар йөрөшөн күҙәтергә була. Үҙеңә кәрәкле туҡталышты һайлап, троллейбус нисә минуттан килеп етәсәген һәм уны картала күҙәтергә мөмкин. Стәрлетамаҡта бындай сервис яңылыҡ түгел. Бына бер нисә йыл инде ҡалала троллейбустарҙың ғына түгел, "СТУ" МУП-ы маршруткаларының йөрөү графигын күҙәтеүсе "Аҡыллы транспорт" ҡушымтаһы эшләй.