Сәбәбе - Башҡортостан Республикаһы Башлығының "Башҡортостан Республикаһы территорияһында БР-ҙа яңы коронавирус инфекцияһы (2019-nCov) таралыу хәүефенә бәйле "Юғары әҙерлек" режимын индереү тураһында"ғы Указы. Илдә барлыҡ кинотеатрҙарҙы ла ваҡытлыса ябып тороу тураһындағы ҡарарҙы Рәсәй Федерацияһы территорияһында яңы коронавирус инфекцияһын килтереүҙе (йоҡтороуҙы) иҫкәртеү һәм таратыу буйынса оператив штаб ултырышында ҡабул иткәндәр.
Кинотеатрҙарҙан башҡа, яҡын арала балалар уйын бүлмәләре, күңел асыу үҙәктәре һ.б. эшмәкәрлеге туҡтатыласаҡ.