Вирустың яңы төрө «хантавирус» менән кеше кимереүсе йәнлектәрҙән һәм уларҙың йәшәү ҡалдыҡтарынан йоҡтора ала. Ғәҙәттә был ауырыу кешенән кешегә йоҡмай, шулай ҙа ундай ҙа осраҡтар Аргентина һәм Чилила теркәлгән булған. Шулай уҡ, был ауырыу ярғанаттарҙың ҡайһы бер төрө тешләгән осраҡта инеүе мөмкин. Күп осраҡтарҙа кешеләр был ауырыуҙы ҡоро һәм йылы ваҡыттарҙа, урмандарға ял итергә йөрөгән саҡта эләктерә.