Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин бөгөнгө брифингта ошо турала белдерҙе.
COVID-19 раҫланған сирлеләр һаны элеккесә ҡала – дүрт кеше, улар араһында бала бар. Бөтә пациенттар ҙа Өфө ҡалаһы йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының бокс бүлексәләрендә дауалана.
Бөгөнгә 2610 биоматериал тикшерелгән. Һуңғы тәүлектә яңы сирлеләр асыҡланмаған, тип хәбәр итте республиканың Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак.