Ғәҙәттәгесә, 1 апрелдән 15 июлгә тиклем егеттәрҙе Ҡораллы Көстәргә оҙатыу башлана. Улар бөтәһе лә коронавирусҡа тикшерелә. Зарарланыуға юл ҡуймау өсөн ғәскәрҙәрҙә тәүлек әйләнәһенә профилактик саралар уҙғарыла, шулай уҡ даими контроль ойошторола, тип белдерҙеләр республика хәрби комиссариатында.