Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
28 Март 2020, 23:20

Баймаҡта парктар дезинфекциялана

Бар донъяны ҡурҡытып тотҡан, заман афәтенә әйләнә барған коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау маҡсатында Баймаҡ районында ла бар саралар күрелә.

Сирләүе ихтимал граждандар өсөн махсус инфекция госпитале, изолятор, обсерватор әҙер. 820 медицина хеҙмәткәренә махсус уҡыуҙар үткәрелгән.
Төбәк халҡының хәүефһеҙлеге өсөн район етәкселеге тарафынан барлыҡ хәүефһеҙлек саралары күрелә. Ошо көндәрҙә Баймаҡ ҡалаһының кеше күп йөрөгән урындарында, атап әйткәндә, парктарҙа дезинфекция ла үткәрелде.
Һаҡланғанды һаҡлармын тигәндәй, тәү ҡарашҡа бик ябай күренгән иҫкәртеү сараларын теүәл үтәү - сирҙе йоҡтормауға бер аҙым икәнлеген хәтерҙән сығармаһаҡ ине.
Фото: Баймаҡ район хакимиәте сайты.
Читайте нас: