Беренсе вице-премьер Андрей Белоусов бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа процентһыҙ кредиттар биреүҙе тиҙләтергә ҡушты, тип хәбәр итә Иҡтисад министрлығы. Был маҡсатҡа Үҙәк банк 150 миллиард һум бүләсәк. Шулай уҡ ҡайһы бер кредит ойошмалары бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа эш хаҡтары фондын кредитлау өсөн аҡса бүлергә уйлай. Бында бигерәк тә COVID-19 коронавирусынан зыян күргән тармаҡтарҙағы эшҡыуарлыҡ иҫәп тота ала.
Үҙәк банк аҡсаһына тәү сиратта түбәндәге банктар өмөт итә аласаҡ:
Әйткәндәй, бөгөндән башлап был банктар эшҡыуарлыҡҡа мәшғүллекте тәьмин итеү маҡсатында аҡса бирә башлай, тиелә Иҡтисад министрлығы хәбәрендә. Һаҡлыҡ банкы һәм ВТБ бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа 0% менән аҡса бирә башлаған да инде. Кредиттың максималь дәүмәле хеҙмәткәрҙәрҙең һанына һәм 6 айлыҡ минималь эш хаҡына бәйле. Ярҙам күләме 130 миллиард тәшкил итәсәк. Был 1,5 миллион хеҙмәткәргә ҡағыласаҡ..75 % гарантияланған ҡаплауҙы дәүләт ВЭБ (Тышкы иҡтисад банкы) аша аласаҡ. Отошло тәҡдимдән эшҡыуарҙар баш тартмаһын ине.