Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
8 Апрель 2020, 16:05

Өйҙән сығыу өсөн рөхсәт

Башҡортостанда үҙизоляция шарттарында doroga02.ru порталы эшләй башланы.

Ул 8 апрелдән эшләй. Был сервис ярҙамында республикала йәшәүселәр тулыһынса үҙизоляция шарттарында үҙ транспортында йомош менән берәй ергә барып килергә рөхсәт ала ала.
Башта граждандар үҙизоляцияла йәшәү урынын һәм автомобиль номерын күрһәтеп теркәлергә тейеш. Форма шулай уҡ визиттың маҡсатын һораясаҡ. Рөхсәтте юл-патруль хеҙмәте инспекторына күрһәтеү өсөн баҫтырып алырға йәки электрон рәүештә һаҡларға була.
Юл йөрөү көнөнә бер тапҡыр 90 минутҡа рөхсәт ителә.
Порталда үҙизоляция режимы ваҡытында шәхси автомобилеңдә өйҙән сығып китеү өсөн пропускты нисек алыу тураһында ентекле инструкция күрһәтелгән. Бынан тыш, ЮХХДИ инспекторҙары өсөн водителгә үҙ машинаһында өйөнән сығып йөрөүгә рөхсәт бирелгәнлекте тикшереү өсөн план күрһәтелгән.
Өйҙән сығып йөрөргә 11 осраҡта рөхсәт ителә:
  • яҡын туғандарыңдың балаһы тыуһа;
  • яҡын туғаның үлгән осраҡта;
  • икенсе ерҙән өйөңә ҡайтҡанда;
  • яҡын туғандарыңа дарыу, аҙыҡ-түлек йәки иң ныҡ кәрәк-яраҡ әйберҙәр алып барыу өсөн;
  • ҡаты ауырыған йәки мохтаж туғандарыңды ҡарау өсөн;
  • алдан яҙылыу буйынса дауаханаға йәки поликлиникаға барыу өсөн;
  • күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итеү өсөн;
  • банктарға һәм башҡа финанс ойошмаларға мөрәжәғәт итеү өсөн;
  • элемтә салондарына мөрәжәғәт итеү өсөн;
  • үҙең етештергән туҡланыу продукттарын һатыу өсөн.
  • 10 апрелдән баҡса участкаларына һәм дачаларға барырға мөмкин буласаҡ.
  • Властар халыҡтың, сервисты асып, аҡыл менән уйлап эш итеренә һәм үҙен тәртипле тоторона иҫәп тота.
    Р.ЗАМАНОВА.
    Читайте нас