Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
13 Апрель 2020, 23:55

Коронавирус менән сирлеләрҙе дауалау өсөн профилле үҙәк әҙер

#ГеройҙарваҡытыАлдан хәбәр итеүебеҙсә, Стәрлетамаҡтың 2-се дауаханаһы коронавирус менән сирлеләрҙе дауалау өсөн ваҡытлыса профелле үҙәк итеп үҙгәртелергә тейеш ине һәм бына ҡыуаныслы яңылыҡ килде. Ремонт эштәре тамамланған, 80 урынлыҡ госпиталь бына-бына эшен башларға тора. 56 урын яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырыу өсөн махсус линия менән тәьмин ителгән. Әйткәндәй, тиҙ арала бында тағы 14 яһалма тын алдырыу аппараты ҡайтарылырға тейеш.

Пациенттарҙы дауалау мәлендә табиптар дауахананың үҙендә йәшәргә тейеш була, бының өсөн дауахананың ике ҡаты махсус рәүештә улар өсөн әҙерләнгән.

Шуныһын да һыҙыҡ өҫтөнә алып үтергә кәрәк: ремонт эштәре дауахананың эсендә генә түгел, тирә-яғында ла яһалған һәм бөтә эштәр ни бары ете (!) көн эсендә башҡарылып сыҡҡан. Урындағы власть ярҙам һорап эшҡыуарҙарға мөрәжәғәт иткәйне, йүнселдәр шунда уҡ ең һыҙғанып эшкә тотондо.
- Эштәрҙе тиҙ генә бүлешеп алдыҡ, бындай мәлдә бер-беребеҙгә терәк булырға кәрәк, - тип һөйләп үтте, мәҫәлән, госпиталде булдырыуҙа ҙур өлөш индергән егеттәрҙең береһе, "УралСтройГрупп" төҙөлөш компанияһының генераль директоры Ратмир Фәхриев.

Ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов эшҡыуарҙарға рәхмәт еткереп:
- Стәрлетамаҡ йәнә берҙәм булыуын иҫбат итте, дөйөм көс менән госпиталь тиҙ арала сафҡа инде, - тип билдәләп үтте.

Әлбиттә, госпиталь әҙер, тик унда мөрәжәғәт итергә генә яҙмаһын ине - уныһын инде ваҡыт күрһәтер, барыһы ла үҙебеҙҙең яуаплылыҡтан тора. Ә әлегә үҙҙәрен үлем ҡурҡынысы аҫтына ҡуйып, пациенттарҙы дауалаған табиптарға, хәләл көсөн йәлләмәй халыҡҡа ярҙам иткән ирекмәндәргә, уяу кешеләргә рәхмәт әйткән мәлдә тиҙ арала ошондай профилле үҙәк булдырыуҙа ҙур өлөш индергән әлеге эшҡыуарҙарҙы ла урап үтергә хаҡыбыҙ юҡ.
Рәхмәт, егеттәр! Арабыҙҙа бындай кешеләр булғанда, сирҙе еңеүгә ышаныс бермә-бер артып китә. Шулаймы?!
Читайте нас