Иң аяныслыһы: спиртлы эсемлектәр менән ағыуланыусылар иҫәбендә 9 бала бар, был осраҡтар Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Дүртөйлө районында теркәлгән. Токсикологик мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, 2020 йылдың ғинуар-февралендә республикала 478 химик этиологиялы киҫкен ағыуланыу осрағы күҙәтелгән. Шул иҫәптән – 117 дарыуҙар менән ағыуланыу осрағы. Ә 51 осраҡта медикаменттар һәм биологик матдәләр суицид маҡсатында ҡулланылған. Ун бер кеше наркотик матдәләр менән ағыуланған, һигеҙе үлгән. 43 кеше углерод әсемәһе менән ағыуланған, шуларҙың 33-ө үлгән. Ғүмерҙәренең шулай өҙөлөүе аяныслы.