– Был мәсьәлә тикшерелә, хеҙмәттәштәрҙең тәжрибәһе өйрәнелә. Әлегә был эш, нигеҙҙә, Мәскәүҙә фәнни-тикшеренеү кимәлендә башҡарыла. Беҙҙә иһә был юлды Республика ҡан ҡойоу станцияһы һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты өйрәнә. Әгәр ҙә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының методик тәҡдимдәре менән хуплана икән, беҙҙә лә был ысул ҡулланыласаҡ, - тине Максим Забелин.
Сирлеләрҙең йәшенә килгәндә, ведомство етәксеһе Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы рәсми раҫланған кешеләрҙең ике процент самаһын бәлиғ булмағандар тәшкил итеүен, пациенттарҙың 85 проценты 18-ҙән 65 йәшкәсә булыуын билдәләп үтте.
Вафат булғандарға килгәндә, һуңғы тәүлектә коронавирустан үлгән бер пациентҡа 33 йәш булған. Ул – Мәсетле районынан, шәкәр диабетынан яфаланған булған. Икенсе пациентҡа – 52 йәш, ул – Стәрлетамаҡтан. Бығаса киҫкен лейкоздан дауаланғаны ла мәғлүм.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева