- Республика яңы юл күрһәткестәренә ҡытлыҡ кисерә, барлығы 250 меңгә яҡын юл билдәләре кәрәк, етештереү күләмен арттырыу буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе индерегеҙ, - тине Радий Хәбиров юл билдәләрен етештереүсе «Ремстройдормаш» заводында. Был эште атҡарып сығырға туризм, эшҡыуарлыҡ, транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеттары, шулай уҡ «Башкиравтодор» йәлеп ителгән. Юл күрһәткестәре федераль, төбәк трассаларына һәм урындағы юлдарға ҡуйыласаҡ.