Ашҡаҙар
-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
22 Апрель 2020, 14:03

Тәүге уңыш йыйып алынды

Стәрлетамаҡтағы 6-сы ҡатын-ҡыҙҙар колонияһы үҙҙәренең теплица хужалығында тәүге ҡыяр уңышын йыйып алдылар, тип хәбәр итәләр Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.

Йылытмала улар ҡыярҙың тәмле “Герман” сортын үҫтерә. Ҡыярҙың был сорты иртә өлгөрә, уны хатта теплицала ғына түгел, асыҡ ерҙә һәм фермер хужалыҡтарында ҙур биләмәләрҙә лә үҫтерергә мөмкин.
Ә колонияла ҡыяр ултыртҡан йылытманың майҙаны 540 кв. м. тәшкил итә. Бында 1 мең килограмдан ашыу ҡыяр үҫтерергә ниәтләйҙәр. Уны махсус ойошторолған һәм шәмбе йәрминкәләрендә халыҡҡа һатыуға сығарасаҡтар. Шулай уҡ бында үҫтерелгән йәшелсәне хөкөм ителеүселәрҙең үҙҙәренә Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең “Калуга” дәүләт унитар предприятиеһы аша һатыу планлаштырыла.
Фото:УФСИН по РБ.
Читайте нас