Пассажирҙар битлектәр һәм бирсәткәләр кейергә, социаль дистанцияны тоторға тейеш.
Теҙмә тиҙҙән әҙер була, тип вәғәҙәләнеләр компанияла. Мәғлүмәтте түбәндәге телефондар буйынса ла алырға мөмкин:
«ҡыҙыу бәйләнеш» — 262 66 62;
121-се, 128-се,132-се маршруттар өсөн — 8 937 330 81 32;
111к, 152-се, 120-се маршруттар өсөн — 8 937 492 91 99.
Миҙгелле маршруттар буйынса хәрәкәт 25 апрелдән асылырға тейеш: Башҡортостан башлығы хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә шундай йөкләмә бирҙе.