Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
28 Апрель 2020, 14:05

ПЕНТАГОН НЛО ТӨШӨРӨЛГӘН ВИДЕО ЯҘМА ҺАЛҒАН

Американың оборона министрлығы официаль рәүештә АҠШ Хәрби-диңгеҙ көстәренең видео яҙмаларын һалды. Кадрҙарҙа “Һауа күренештәре” яҙылған, уны ил власттары “билдәһеҙ” тип характерлай. Был турала америка хәрбиҙәре ведомствоһыны таратҡан матбуғат-релизында хәбәр ителә.

Кадрҙар америка хәрби самолеттарынан экипаж тарфынан 2004 һәм 2015 йылдарҙа төшөрөлгән. Пентагон билдәләүенсә өс видео яҙма ла, әлегә тиклем үк интернетта асыҡ рәүештә килеп сыҡҡан булған, был рөхсәт ителмәгән публикациялар 2007 һәм 2017 йылдарҙа барлыҡҡа килгән. Күптәр был роликтарҙың ысын булмауына һылтанған ине, ошо көндәрҙә АҠШ Хәрби-диңгеҙ көстәре видео яҙмаларҙы яңынан официаль рәүештә һалып ысын булыуын дәлилләне.
«Ныҡлы тикшереүҙән һуң министерство Пентагон күрһәтеүгә сығарған видео яҙмалар ҡораллы көстәрҙең бер ниндәй ҙә сер булып һаҡланған системаларын, мөмкинселектәрен һәм ҡорамалдарын күрһәтмәүен билдәләне. Пентагон был видео яҙмаларҙы ысын булыуын күрһәтер өсөн һәм йәмғиәттә төрлө алдаҡ һәм уйлап сығарылған мәғлүмәт таралмаһын өсөн күрһәтергә булған һәм шул уҡ ваҡытта видео ысын булыуын дәлилләп, унда башҡа дауамы булмауын күрәһтер өсөн йәмғиәткә сығарған», - тип аңлаталар АҠШ-тың оборона министрлығында.
2017 йылдың аҙағында Пентагонда «аномаль аэрокосмос янауҙары»на бәйле булған видео яҙмаларҙы йыйып системаға һалып тикшереүсе секретлы программа эшләүе тураһында билдәле булды. 2007-2012 йылдарҙа был программа өсөн 22 млн доллар бүленгән булған. Тәүге осорҙа АҠШ-тың оборона министрлығының разведка идараһы яуаплы булған.
Читайте нас