Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
7 Май 2020, 11:20

Тантана үткәрелмәй

Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы республика Башлығы исеменән ҡабул итеү тантанаһын үткәрелмәй. Был турала Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетынан хәбәр иттеләр.

– 2020 йылда республикала Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса төп саралар планына ярашлы, Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты ысынлап та “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы исеменән ҡабул итеү тантанаһы үткәреүгә аукцион иғлан иткәйне, – тине комитет рәйесе Алексей Гусев. – Сараны үткәрмәҫкә ҡарар ителде, шуға күрә килешеү тарҡатылды.
Контракттың хаҡы 1,32 миллион һум тәшкил итә ине. Конкурста ҡатнашыуға “Торатау” конгресс-холы ғына ғариза биргәйне.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас