Ишеттегеҙме әле?
21 Мая 2020, 11:00

Төп закон өсөн ҡасан тауыш бирербеҙ?

Конституциялағы үҙгәрештәр өсөн “эйе” йәки “ҡаршы” тип әле 22 апрелдә үк тауыш бирергә тейеш инек.

Әммә, билдәле: ул кисектерелеп торҙо. Үҙәк һайлау комиссияһында яңы көндө билдәләү буйынса бәхәстәр әлегә тынмай.
Һәр хәлдә, документтың техник өлөшө буйынса бер нисә тапҡыр үҙгәртеүҙәр булды. Әле Кремлдә яңы тауыш тбиреү көнө өҫтөндә баш ваталар.
Ҡайһы бер сығанаҡтар был көндө 24 июнь булыуы ихтимал тип тә билдәләй, ошо уҡ көндө Парад та үткәрелеүе ихтимал. Әммә сир нимә тиер бит әле – барыһы ла шунан тора. Әйткәндәй, илдә берҙәм һайлау көнө сентябрҙә тип билдәләнгән шул уҡ ваҡытта...
Әлегә аныҡ ҡына ҡарар юҡ әле, Еңеү Парадын 3 сентябрҙә, ә тауыш биреүҙе 8 июлдә үткәрергә була тигән вариант та бар фекер алышыуҙарҙа. Һәр хәлдә, ул көндәр ялға тура килергә тейеш.
Р.ҒӘБДРӘШИТОВ.
Читайте нас