Төҙәтмәләр торлаҡ йорттарҙың беренсе ҡатында йәки улар эргәһендә урынлашҡан «ҡойоп биреүселәр» эшенә ҡағыла. Ни өсөн тигәндә, был күршеләргә уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра ине. Ундай кибеттәр алкоголь эсемлектәрҙе хәҙер, төнгө ваҡытта общепиттан рөхсәт (лицензия) алып ҡына һата аласаҡ. Әгәр бина 25 квадрат метрҙан бәләкәйерәк булһа, улар кафе хеҙмәтен тәҡдим итә алмаясаҡ, шуға ярашлы, төнгө ваҡытта алкоголь дә һата алмаясаҡтар.