Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
3 Июнь 2020, 13:45

Автобус рейстары тергеҙелә

"Башавтотранс" дәүләт унитар предприятиеһы ике өлкә-ара рейстарын тергеҙҙе: 5 июндән "Стәрлетамаҡ- Ырымбур-Стәрлетамаҡ" һәм "Стәрлетамаҡ-Яр Саллы-Стәрлетамаҡ" автобус маршруттары йәнә эшләй башланы.

955-се номерлы "Стәрлетамаҡ-Яр Саллы-Стәрлетамаҡ" автобусы Стәрлетамаҡ автовокзалынан көн һайын 10:45 сәғәттән йөрөй;
506-сы номерлы “Стәрлетамаҡ- Ырымбур-Стәрлетамаҡ” автобусы Стәрлетамаҡ автовокзалынан көн һайын 8:20 сәғәттән йөрөй;
Ә 3 июндән "Башавтотранс" колхоз баҙарынан "Стәрлетамаҡ-Өфө -Стәрлетамаҡ" маршрутын аса. Автобустың ҡуҙғалыу ваҡыты - 05-00 сәғәттә. Автобустар, аэропортҡа һәм Тимер юл вокзалына һуғылып, Өфө автовокзалына тиклем йөрөйәсәк.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас