Ашҡаҙар
+28 °С
Облачно
Ишеттегеҙме әле?
7 Июня 2020, 10:00

Транспорт саралары водителдәренә мотлаҡ медицина тикшереүе тәртибенә төҙөтмәләр индерелде

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы транспорт саралары водителдәренә мотлаҡ медицина тикшереүе тәртибенә төҙөтмәләр проектын әҙерләне.

Документ хоҡуҡи документтар рәсми порталында урынлаштырылған. Медицина белешмәһен алыу өсөн алкоголь ҡулланыуға диагностика анализдарын табип нарколог күрһәтмәһе буйынса ғына тапшырыла. Быға тиклем үҙгәрештәрҙе 2019 йылдың ноябренән индереү тәҡдиме булғайны. Әммә ул ваҡытта был мәғлүмәт һөҙөмтәһендә тотош илдә медицина ойошмаларына ҙур сират күҙәтелде.
Төҙәтмәләр медицина белешмәһен алыу өсөн мотлаҡ ҡан һәм бәүел анализдарын биреү талабын индергәйне. Һөҙөмтәлә рәсми ҡағыҙҙы юллау оҙағыраҡҡа һуҙылды, ә уның хаҡы ҡиммәтләнде. Президент Владимир Путин был башланғыстарҙы ҡаты тәнҡит утына тотто. Һөҙөмтәлә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы төҙәтмәләрҙе кисектереп торғайны. Белегсәр фаразлауынсы төҙәтмәләрҙең яңы редацияһы 2020 йылдың 1 июленән ғәмәлгә инеүе ихтимал.
Читайте нас