Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
9 Июнь 2020, 20:00

Юғалған бала табылды

Салауат районында 6 йәшлек малай юғалыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Әле шул бала табылған.

Ренель Ғәниев иҫән-һау, тип хәбәр итәләр республика Тикшереү комитетынан.
Эҙләү сараларында йәмғеһе 200 кеше - Тикшереү комитеты, Эске эштәр министрлығы, МЧС, Росгвардия, «Лиза Алерт»,«Легион спас», «Юғалған кешеләрҙе эҙләү» эҙләү-ҡотҡарыу отрядтары волонтерҙары һәм баланың ауылдаштары ҡатнашҡан. Ерҙә, һыуҙа һәм һауала эҙләү өсөн тәғәйенләнгән махсус криминалистик техника, шул иҫәптән вертолёт, пилотһыҙ осоусы аппараттар, квадроциклдар һәм һыу транспорты ҡулланылған.
7 июндә кискеһен эҙләүсе төркөмдәрҙең береһе малайҙы урман эсендә таба. Баланы тикшереү һәм медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн Малаяҙ район дауаханаһына илтеп ҡуялар.
«Балаға ҡарата енәйәти ҡул һуҙыуҙар булмаған»,- тип хәбәр итәләр БР Тикшереү комитетынан.
UfacityNews.ru быға тиклем яҙыуынса, Башҡортостан Тикшереү комитеты бөтә яҡлап тикшереү һәм һөҙөмтәле саралар уҙғарыу өсөн «Сабый баланы үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғытҡайны.
Р.УСМАНОВА.
Читайте нас