Ашҡаҙар
+19 °С
Облачно
Ишеттегеҙме әле?
6 Июля 2020, 14:29

ЧИКАГОЛА БОЙОНДОРОҠҺОҘЛОҠ КӨНӨНДӘ ҮТЕП БАРЫУСЫЛАРҒА АТҠАНДАР. БЕР БАЛА ҺӘЛӘК БУЛҒАН.

Атыш барышында Чикагоның Иллинойс штатының үҙәк райондарының береһендә дүрт кеше һәләк булған. Ҡала дауаханаһы хәбәр итеүенсә, һәләк булыусылар араһында 14 йәшлек үҫмер бар, тағы ла 11 һәм 15 йәштәге ике малай дауаханаға оҙатылған.Алдан билдәле булыуынса, урамда АҠШ-тың бойондороҡһоҙлоҡ көнөн билдәләп йөрөүселәргә бер төркөм билдәһеҙ кешеләр ут асҡан. Зыян ҡылыусылар ваҡиға урынынан ҡасҡан.

Байрам көндәрендә Американың ҡушма штаттарында протест акциялары яңы көс менән тоҡанып китте. Демонстраттар илдең төрлө урындарында полиция хеҙмәткәрҙәре менән бәрелештәр ойошторҙо һәм байрам итеүселәргә ҡарата ут асты. Ә парад барышында АҠШ президенты Дональд Трамп сығышы ваҡытында протест белдереүселәр АҠШ әләмен яндырғандар.
Читайте нас