Әммә был алдан онлайн яҙылып булмай тигән һүҙ түгел.
Стәрлетамаҡта МФЦ-ның 2 офисы урынлашҡан: Хоҙайбирҙин урамы, 83 һәм Октябрь проспекты, 71 адресы буйынса. Был ике офис та пандемияға тиклемге эш режимына әйләнеп ҡайтты. Йәғни хәҙер килеүселәрҙе йәнле сират буйынса иртәнге сәғәт 9-ҙан 20 сәғәткә тиклем ҡабул итәләр.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, МФЦ офистары, банктар, йәмәғәт транспорты һәм магазиндарға битлек кейеп кенә инергә ярай. Юғиһә тейешле битлек режимын үтәмәгән граждандарҙы хеҙмәтләндермәй кире бороп сығарып ебәрүҙәре ихтимал. Социаль дистанция тотоуҙы үтәү ҙә мотлаҡ.