Ашҡаҙар
+21 °С
Ясно
Ишеттегеҙме әле?
1 Августа 2020, 06:10

Урман Бишҡаҙаҡҡа яңы маршрут асылды

30 июлдән Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы аша «Ишембай – Стәрлетамаҡ» яңы автобус маршруты эшләй башланы.

Ишембай ҡалаһы автовокзалынан автобустар (маршрут) көн һайын йөрөй: 06-00, 09-00, 12-00, 15-00, 18-00, 21-00 сәғәттәрҙә. Пассажирҙарҙы аҙ кеше һыйышлы яңы Некст Ситилайн Газель автобусында «Автотранссервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ташый.
Быға тиклем халыҡ ошо маршрутты ебәреүҙәрен һорап етәкселеккә күп мөрәжәғәт иткәйне. Шулай уҡ оҙаҡламай "Стәрлетамаҡ-Мариинский" маршруты ла барлыҡҡа киләсәк.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас