Юбилей сиктәрендә шулай уҡ конкурстар, акциялар, викториналар, ҡотлауҙар, челлендждар ойоштороу ҙа ҡаралған. Уларҙа филиалдың уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре, студенттары ғына түгел, ә ҡалала йәшәүсе һәр кем ҡатанаша ала. “Вузды ҡотла!” һәм “БашДУ Стәрлетамаҡ филиалының 80 челленджы” конкурстарында ҡатнашып, iPhone 12 призын оторға мөмкин. Филиалдың рәсми сайтында һәм сәхифәләрендә тулыраҡ белергә була. Еңеүсе уҡыу йортоноң ижади коллективтары ҡатнашлығындағы тантаналы Гала-концертта билдәле буласаҡ.